Все новости
Новости
26 Января 2021, 09:35

Ауырыуҙар кәмеһә – койкалар һаны ла кәмейәсәк

Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Әлеге ваҡытта Зубов ауылындағы инфекция госпиталендә – 193, Стәрлетамаҡта — 72 пациент. 25 ғинуарҙан дауаханаларҙағы 450 койка профилле файҙаланыуға кире ҡайтарыла. Дөйөм алғанда, 15 февралгә хәтлем уларҙың һанын 1000-гә кәметеү ниәтләштерелә.

«5-се һәм 10-сы дауаханалар ғәҙәттәгесә эшләй башланы, медицина учреждениеларын профилле эшкә сығарыу планы әҙерләнгән. Койкалар эпидемиологик хәлгә ҡарап кәметелергә тейеш», — тине Максим Забелин. 25 ғинуарға Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 23 мең 242 осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә – 168 сирле. 25 лаборатория эшләй, бер тәүлектә 7,5 мең тикшереү үткәрелгән. Әле 6300 урын булдырылған, 68 процентҡа тулған.

Башҡортостанда ОРВИ һәм грипп менән ауырыу кимәленең 30 процентҡа кәмеүе күҙәтелә, тип билдәләне министр. Асыҡланған пневмония һаны буйынса үҫеш – былтырғы кимәл менән сағыштырғанда 150 процент. Эксперттарҙың һығымтаһына ҡарағанда, республика сир буйынса бер тигеҙ кимәлгә сыҡты.

Читайте нас: