Все новости
Новости
25 Января 2021, 13:10

Республикаға йылы көндәр килде

Башҡортостанда көндәр йылытты. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы аҙнала көндөҙ һауа температураһы -3, -6 градус була.

Башҡортостанда көндәр йылытты. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, алдағы аҙнала көндөҙ һауа температураһы -3, -6 градус була.

Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Температура -10 градусҡа етеүе мөмкин.

Уртаса йыллыҡ күрһәткестәргә ярашлы, февраль аҙағына тиклем Башҡортостанда һауа температураһы -15 градустан түбәнәймәй. Шулай итеп, ҡыштың һуңғы айында республика биләмәһендә көслө һалҡындар көтөлмәй.

Читайте нас: