Все новости
Новости
25 Января 2021, 18:35

Альбина өләсәй тыуған көнөн билдәләй!

Бөгөн дә дәртле, дарманлы ағинәй - Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн дә дәртле, дарманлы ағинәй - Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Альбина Хажим ҡыҙын башҡорт селтәрен тергеҙеүселәрҙең береһе тип атайҙар. Милли биҙәүестәр һәр саҡ уның иғтибары үҙәгендә. Тантаналы сараларға ул һәр саҡ селтәрҙә йөрөй, мәҙәниәт һәм тарих менән ҡыҙыҡһыныуҙы милли биҙәүестәр аша ла арттырып була, тигән фекерҙә.
Бөгөн Альбина Исхаҡовала ҙур коллекция тупланған. Улар араһында боронғолары ла, үҙ ҡулдары менән сигелгәндәре лә бар. Автор эштәре араһында макраме эштәре – румын селтәрҙәре бар.
Ағинәй күптәргә өлгө булырлыҡ. 72 йәшендә бейей башлаған, 78 йәшендә тимераяҡ (коньки) менән шыуырға өйрәнгән, 79 йәшендә ГТО нормаһын үтәгән.
Читайте нас: