

22 ғинуар көнө “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Унда йәмәғәт ойошмаһының 2021 йылға эш йүнәлештәре тикшерелде, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу үтте.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә социаль селтәрҙәрҙә һәм киң мәғүмәт сараларында башҡорт телен таратыуға йүнәлтелгән проекттар конкурсында еңеүселәр билдәле булды. Бына улар: Ләйлә Аралбаева (”Башинформ” мәғлүмәт агентлығы), Руслан Вәлиев (“Эхо Москвы” радиоһы), Рәфит Фәйзрахманов (журналист,тыуған яҡты өйрәнеүсе), Альберт Мәхмүдов (музей директоры, Пермь өлкәһе), “Серле хәстрүш” (“Бәйләнеш”тәге “Серләшәйек” төркөмө).
Конкурс даими нигеҙҙә бара. Уның һөҙөмтәләре ай һайын аныҡлана килә. Баһалама ағзалары биш еңеүсене билдәләй, уларға 10-ар мең һумлыҡ сертификат тапшырыла.