Все новости
Новости
22 Января 2021, 14:05

“Шаяр”ҙар милли мәҙәниәт һағында Силәбелә башҡорт юморы үҙәге ойошторола

Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Республика Башлығының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына лайыҡ булыусылар исемлеген иғлан итте.

Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Республика Башлығының туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына лайыҡ булыусылар исемлеген иғлан итте.

Уға ярашлы, Башҡортостандан ситтә тормошҡа ашырыласаҡ проекттар ҙа субсидия ярҙамын аласаҡ. Уларҙың береһе—"Шаяр" башҡорт юморы мөхите. Милли проект Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Бәжекәй ауылында тормошҡа ашырыласаҡ. Бында район һәм төбәк кимәлендәге КВН, концерттар, башҡа төр мәҙәни саралар үтеп тора.

Милли үҙаңды,телде, йола-ғәҙәттәрҙе һаҡлау өсөн Силәбе башҡорттары ҡоролтайы даими һәм маҡсатлы эш алып бара.

Читайте нас: