Башҡортостан спортсыһы Нохчо Лабазанов грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатында бронза миҙал яуланы.
Лабазанов 130 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаны һәм өсөнсө урын өсөн финал алышында Ростов өлкәһе вәкиле Рафаэль Цицуашвили менән көрәште.
«Алыштың беренсе минуттарынан уҡ Башҡортостан спортсыһы алдынғылыҡты бирмәне. Бронза миҙал илдең ошо чемпионатында Башҡортостан өсөн тәүгеһе булды», — тип хәбәр иттеләр республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Әйткәндәй, Рәсәй чемпионатында Башҡортостандан Фәдис Вәлитов һәм Аслан Толов (67 килограмға тиклем), Руслан Садиҡов, Салауат Бикмөхәмәтов һәм Адлан Амриев (87 килограмға тиклем) сығыш яһай.