Бөгөн Икенсе Көнсығыш округының хәрби суды Рәмил Шәмсетдиновтың яҙмышын хәл итте. 8 кешенең ғүмерен ҡыйған егетте, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип билдәләп, 24,5 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатырға, тигән ҡарар сығарылды.
Суд шулай уҡ зыян күреүселәрҙең туғандарына түләнергә тейешле компенсацияларҙың күләмен дә билдәләгән: өлкән лейтенант Пьянковтың яҡындары – 1,3 миллион һум, ҡалғандарҙыҡы 1,5-әр миллион һум алырға тейешле. Атыш ваҡытында яраланған һалдаттар – Евгений Графов һәм Владислав Шпак – 1,2-шәр миллионға дәғүә итә.
Рәмил Шәмсетдиновтың адвокаты Руслан Нагиев хөкөм ҡарарын “нигеҙһеҙ ҡаты” тип белдерҙе һәм уны ҡайтанан ҡарауға бирмәксе.