Өфөнөң Малая Лесозаводская урамында бөгөн иртән ҙур янғын янғын сыҡҡан.
"Г" тибындағы ике ҡатлы йортто ут тулыһынса тиерлек ялмап ала, тиҙ арала ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа хеҙмәттәр килеп етә. Тәүҙә 20х40 квадрат метрлы майҙанлы фатир яна башлай, һуңынан янғын, бүтән торлаҡтарға ла таралып, 800 квадрат метрғаса етә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 25 кеше (улар арһында ете бала бар) эвакуациялана. Янғын һүндереүгә 14 техника йәлеп ителгән.