Все новости
Новости
21 Января 2021, 21:29

Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара конкурсының иң яҡшы эштәренән торған күргәҙмә асыла

3 февралдән 28-нә тиклем Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсының иң яҡшы эштәренән торған күргәҙмә эшләйәсәк.

3 февралдән 28-нә тиклем Башҡортостан Республикаһының Милли музейында башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсының иң яҡшы эштәренән торған күргәҙмә эшләйәсәк.
Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре хәбәр итеүенсә, экспозицияла Башҡортостандан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән булған оҫталарҙың да эштәрен күрергә мөмкин. Бынан тыш, ҡунаҡтарға милли кейем темаһына арналған фотокүргәҙмә тәҡдим ителә. Күргәҙмә сиктәрендә проект еңеүселәренән төрлө темаларға оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.
Башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсы тәүге тапҡыр 2020 йылда уҙҙы. Уның финалына Өфө, Туймазы ҡалаларынан, Салауат районынан, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Мәскәүҙән, Ҡаҙағстан республикаһынан кейем оҫталары, дизайнерҙар, костюм буйынса рәссамдар сыҡҡайны. «Башҡорт милли костюмы – реконструкция» номинацияһында Гран-приға «Мәргән уҡсы» ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин лайыҡ тип табылғайны.
Читайте нас: