Все новости
Новости
21 Января 2021, 15:40

«Ҡанатлы күңел ҡәләме» республика йәштәр конкурсына заявкалар ҡабул итеү башланды

Ижади конкурс 2021 йылдың 27-28 февралендә Өфөлә уҙа.

Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итеүенсә, ижади конкурс 2021 йылдың 27-28 февралендә Өфөлә уҙа. Унда 16 йәштән 35 йәшкәсә ижади йәштәр ҡатнаша ала. «Автор ҡарашы» номинацияһында 16 йәштән 40 йәшкәсә ҡатнашыусылар саҡырыла. Әҫәрҙәрҙе рус һәм башҡорт телендә уҡырға мөмкин.
Сығыш яһауҙар түбәндәге номинациялар буйынса баһалана:
«Шиғри әҫәрҙе тасуири уҡыу»
«Сәсмә әҫәрҙе тасуири уҡыу»
«Үҙ шиғри әҫәреңде тасуири уҡыу»
«Автор ҡарашы»
1-се тур 20-21 февраль ситтән тороп уҙа. 2-се тур бәйгеселәрҙең шәхси ҡатнашлығында 27 февралдә Өфөлә уҙа. 28 февралдә бәйгегә йомғаҡ яһала һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙа.
Заявкалар конкурстың рәсми төркөмөндә https://vk.com/krylo_dushi_ufa https://forms.yandex.ru/u/5f26aac089f70e4cc6d84215/ һылтанмаһы буйынса 19 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 273-50-51.
Проекттың ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: