«Айыҡ ауыл 2021» конкурсы барышында 26 һәм 27 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү телефоны буйынса (8-800-347-5000) ғаиләлә янъял сығыуҙы, йәберләүҙе, айырылышыуҙы иҫкәртеү һәм хәл итеү мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш эшләй.
Акцияны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Әлбиттә, башҡорт халҡында, ғөмүмән, мосолман ҡәүемендә ғаилә эсенән «кер сығарыу» ғәҙәте юҡ. Әммә заман башҡа, заң башҡа... Бөгөн йәмғиәт үҙгәрә, беренсе урынға шәхес азатлығы ҡуйыла. Ғаилә, тәү сиратта, дәүләт тарафынан яҡлауға мохтаж.
«Бәхәсте нисек хәл итергә? Нисек берҙәм фекергә килергә? Эскелек менән мауыҡҡан һәм наркотик ҡулланған яҡыныңа нисек ярҙам итергә? Түҙергә һәм көтөргә ярамаған осраҡта нимә эшләргә?» — республика халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына юғары квалификациялы белгестәр яуап бирә.
Ҡыҙыу линияға шылтыратып, һәр кем аноним рәүештә һәм бушлай башҡорт, рус телдәрендә белгестәр менән кәңәшләшә ала.