Йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың атаһы вафат. Ул был хаҡта кисә инстаграмда хәбәр итте.
Бер-бер артлы ғәзиз кешеләрен юғалтҡан йырсының ауыр ҡайғыһын сәхнәләш дуҫтары, ижадына мөкиббән тамашасылары ихлас уртаҡлаша. Әсәһенең баҡыйлыҡҡа күскәненә әле бер йыл да уҙмағайны, атаһы ла яңғыҙ оҙаҡ йәшәмәне.
«17 ғинуар көндө иртәнге сәғәт 9-ҙа атайым да беҙҙе ташлап китте. Күңел бушлығы. Әлегә бер ни ҙә аңламайым. Ауыр. Мине ҡайһы берәүҙәр (ред. - йырсы Ҡазанда концерт биргән) бөгөнгө концерт хурлар. Ләкин минең тамашасыма ҡайғымды һөйләргә хоҡуғым юҡ ине. Иртәгә атайымды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Мин ғорурмын Мәрүәр улы булыуым менән! Атайым, әсәйем, рәхмәт һеҙгә! Аллаһ бирһә, һәр концертым, белгән доғаларым менән һеҙҙе данлап йәшәрмен. Бөгөндән мин етем...» — тип яҙҙы йырсы үҙ сәхифәһендә.