Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы башланды. 2020 йылда унда бөтәһе 2114 ауыл ҡатнашты.
«Конкурстың муниципаль этабы тамамланды. Финалда 54 ауыл ҡатнаша. 2021 йылдың мартында конкурсҡа йомғаҡ яһайбыҙ», — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Уҙған аҙнала «Айыҡ ауыл» конкурсы барышында Бөрө районы Бахтыбай ауылында «Уйна, гармун!» халыҡ фестивале ойошторолдо. Иң оло гармунсы Константин Пазачевҡа 86 йәш булһа, иң кесеһе Юрий Паликовҡа – 14. Башҡортостан парламенты депутаты Яков Кугубаев һөйләүенсә, байрамға бөтә Бахтыбай халҡы һәм тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр йыйылған.
«Айыҡ ауыл» конкурсы Башҡортостан Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙғарыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары буйынса, быйылғы конкурстың бүләк фонды 40 миллион һумға тиклем арттырылды. Бынан тыш, райондарҙа шәхси бүләк фондтары булдырылды.