Все новости
Новости
16 Января 2021, 20:35

"Яратҡан баҫмама рәхмәт!"

Уҙған йыл аҙағында "Ватандаш" журналына яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәреүселәр араһында сәләмәтлек өсөн кәрәкле бүләктәр уйнатылғайны. Шуларҙың береһен – ингаляторҙы – Өфө ҡалаһынан Гөлнур Хөсәйенова отто.

Гөлнур Рауил ҡыҙы – баҫмабыҙҙың даими авторы. Билдәле ғалимә, филология фәндәр докторы булараҡ, ул журнал уҡыусыларыбыҙҙы башҡорт халҡынының фольклорына, ауыҙ-тел ижадына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәҡәләләре менән ҡыуандыра.
"Ватандаш" – яратҡан баҫмаларымдың береһе. Журналға яҙылыусылар араһында бүләк уйнатылғанын ишеткәс, мин дә бәхетемде һынап ҡарарға булдым, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Гөлнур Рауил ҡыҙы. – Ингалятор – сәләмәтлек өсөн бик тә кәрәкле прибор, бигерәк тә әсәйем өсөн айырыуса файҙалы булыр, тип уйлайым. Редакция коллективына рәхмәтемде белдерәм һәм ижади уңыштар теләйем!"
Читайте нас: