Һиҫкәндереп ҡышҡы был һиллекте,
Ҡар шығырлай ишек алдында.
Боҙ-һүрәттәр аша хәрәкәтһеҙ
Берәү тора тәҙрә сатында.
...Аяҡ тауышына тертләне лә,
Шәл дә бөркәнмәйсә башына,
Йүгереп сыҡты тышҡа: эй, ҡаранды
Ҡулын ҡуйған булып ҡашына.
Оло юлға тоташтырған һуҡмаҡ
Көрткә тулған, эҙ ҙә һиҙелмәй.
Олой буран ғына. Әйтерһең дә,
Күҙ йәштәрен алдан һиҙемләй.
Ҡапыл килеп сығыр, тигән төҫлө
Өмөтләнеп торҙо бик оҙаҡ.
... Ә өҫтәлдә ҡайнай самауыры,
Ҡара-ҡаршы ике сынаяҡ.
Һәр ял һайын ҡәҙерлеһен көтөп,
Ҡайтыр тигән уйҙан йәм таба:
"Минең өсөн бер ни кәрәк түгел,
Имен-аман йөрө һин, балам!"
Лилиә АЛТЫНҒУЖИНА (ҠАҺАРМАНОВА)