Все новости
Новости
13 Января 2021, 17:35

"Ватандаш" журналы Рәсәй матбуғаты көнөндә дипломдарға лайыҡ булды

Байрам көнө коллективыбыҙ өсөн шатлыҡлы хәбәрҙәрҙән башланды - республика киң мәғлүмәт саралары сайттарында терроризмға ҡаршы проблемаларҙы яҡтыртҡан өсөн #Ватандаш редакцияһы 1 урынға лайыҡ булып, димлом менән бүләкләнде. Шулай уҡ наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһын яҡтыртыу буйынса - 3 урындабыҙ!

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө!

Байрам көнө коллективыбыҙ өсөн шатлыҡлы хәбәрҙәрҙән башланды - республика киң мәғлүмәт саралары сайттарында терроризмға ҡаршы проблемаларҙы яҡтыртҡаны өсөн #Ватандаш редакцияһы 1 урынға лайыҡ булып, димлом менән бүләкләнде. Шулай уҡ наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһын яҡтыртыу буйынса - 3 урындабыҙ!

Журналыбыҙҙа баҫылған һәр мәҡәләнең төплө фекерле, тәрән аналитикаға ҡоролған булыуы, актуаль мәсьәләләргә бәйлелеге - беҙҙең өсөн төп шарт. "Ватандашты" энциклопедик баҫма кимәленә күтәреү, уны иң юғары талаптарға яуап биргән, экслюзив материалдар менән байытыу өсөн редакция коллективы ҙур көс һала. Ай һайын китап ҡалынлығында журнал сығарыу, социаль селтәрҙәрҙе алып барыу, сайтты тулыландырыу - быларҙың барыһын да ни бары унлаған кеше башҡара. Беҙҙең өсөн хеҙмәтебеҙ емешен күреү, һәр ай аҙағында журналдың яңы һанын ҡулға алыу - әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыуаныс!

Артабан да күренекле авторҙарыбыҙ менән йылы мөнәсәбәт һүрелмәҫ, тоғро уҡыусыларыбыҙҙың һаны кәмемәҫ, тип ышанабыҙ.

Читайте нас: