

Башҡортостандың Юғары суды, Иглин район суды сығарған ҡарар менән килешеп, баланы тешләгән өсөн эт хужаһына ҡарата язаны үҙ көсөндә ҡалдырҙы.
БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уҙған йылдың апрелендә эт, вольерын ватып сығып, туғыҙ йәшлек балаға ташлана. Ергә йығып, тештәрен малайҙың яурынына батыра, байтаҡ йәрәхәт һала.
Баланың әсәһе, мораль зыянды ҡаплатыуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт итә. Эт хужаһына хәҙер 30 мең түләргә тура киләсәк.