Все новости
Новости
12 Января 2021, 13:40

Машинаһында – 2 кг наркотик...

Татарстан Республикаһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы "Киа Серато" автомобилен туҡтата. Машина руле артында Сибай ҡалаһынан 32 йәшлек водитель ултырған була. Тикшереү барышында алғы пассажир ултырғысы аҫтындағы пакет эсендә ике килограмға яҡын наркотик матдә – гашиш табыла. Водитель белдереүенсә, тыйылған матдәне ул үҙе өсөн һатып алған. Интернет-магазин аша заказ биреп, Мәскәүҙән алып ҡайтыуы хаҡында әйтә, әммә машинала табылған электрон үлсәү, таҫма рулон һәм полимер пакеттар шик тыуҙыра. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған.

Татарстан Республикаһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы "Киа Серато" автомобилен туҡтата. Машина руле артында Сибай ҡалаһынан 32 йәшлек водитель ултырған була. Тикшереү барышында алғы пассажир ултырғысы аҫтындағы пакет эсендә ике килограмға яҡын наркотик матдә – гашиш табыла.

Водитель белдереүенсә, тыйылған матдәне ул үҙе өсөн һатып алған. Интернет-магазин аша заказ биреп, Мәскәүҙән алып ҡайтыуы хаҡында әйтә, әммә машинала табылған электрон үлсәү, таҫма рулон һәм полимер пакеттар шик тыуҙыра. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған.

Читайте нас: