Новости
12 Января 2021, 13:16

Марсель Сәлимов «Тыныслыҡ илсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды

Билдәле яҙыусы-сатирик, шағир, журналист, журналыбыҙҙың авторы Марсель Сәлимов Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһының 2021 йылғы лауреаты исеменә лайыҡ булды.

Билдәле яҙыусы-сатирик, шағир, журналист, журналыбыҙҙың авторы Марсель Сәлимов Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһының 2021 йылғы лауреаты исеменә лайыҡ булды.
Уның кандидатураһын Халыҡ-ара әҙәбиәт, сәнғәт, коммуникация эшмәкәрҙәре академияһы (Германия) һәм Украинаның Әҙәбиәт һәм сәнғәт халыҡ-ара академияһы тәҡдим иткәйне.
Халыҡ-ара әҙәби премия әҙәбиәт, ижад өлкәһендә халыҡ-ара ижтимағи эшмәкәрлек алып барғаны һәм юғары ҡаҙаныштарға ирешкәне, юғары сәнғәте һәм донъя әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең аҫыл өлгөләрен популярлаштырып, халыҡтарҙы берләштергәне өсөн төрлө ил яҙыусыларына, тәржемәселәренә, ғалимдарына, артистарына, музыканттарына, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә бирелә.
Быйыл Халыҡ-ара жюри бөтөн донъянан 500-ҙән ашыу тәҡдим ҡабул итте. Улар араһынан түбәндәге лауреаттар билдәләнде: Генрих Дик (Германия), Виктор Терен, Лилия Бондаревич-Черненко (Украина), Михась Пазняков, Анатолий Аврутин (Беларусь), Марсель Сәлимов (Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы), Баху-Меседу Расулова (Дағстан, Рәсәй Федерацияһы), Роллан Сейсенбаев, Галымкаир Мутанов (Ҡаҙағстан), Айдарбек Сарманбетов (Ҡырғыҙстан), Абдукаххор Косим (Тажикстан), Валериан Маркаров (Грузия), Һиндостандың Яҙыусылар берләшмәһе генераль секретаре Ашис Санйал (Һиндостан, Бангладеш), Ольга Бежанова, Инна Богачинская (АҠШ), Людмила Шутько (Италия), Леонид Рассадин (Яңы Зеландия), До Тхи Хоа Ли (Вьетнам), Александр Грицаенко (Швейцария).
Читайте нас