Германияның Оберхоф ҡалаһында Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһының 43 ярыш буйына барған миҙалһыҙ серияһы, ниһайәт, өҙөлдө. Донъя кубогы сиктәрендә уҙған ҡатнаш эстафетала беҙҙекеләр иң етеҙе булып сыҡты. 26 йәшлек Башҡортостан вәкиле Эдуард Латипов, Франция менән Норвегия биатлонсыларын финишта артта ҡалдырып, командаға еңеү килтерҙе.
Уҙышта Эдуард Латиповтан тыш Ульяна Кайшева, Светлана Миронова һәм Александр Логинов ҡатнашты.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй биатлонсылары был төр уҙышта пьедесталға 9 йыл буйына менмәне. Һуңғы тапҡыр беҙҙекеләргә уңыш 2012 йылда Швецияның Эстерсунд ҡалаһында йылмайғайны. Ул саҡта еңеүгә Ольга Зайцева, Ольга Вилухина (Башҡортостандың Межгорье ҡалаһынан), Алексей Волков һәм Евгений Устюгов өлгәшкәйне.
Рәсәй өсөн алтын миҙал ҡыуаныс булһа ла, ҡайһы бер көйәрмәндәр ҡәнәғәтһеҙлек кисерҙе. Ни өсөн тигәндә «Матч» каналының алып барыусыһы Дмитрий Губерниев, әгәр уңышһыҙлыҡтар теҙмәһе 50-гә етһә, тура эфирҙа ботинкамды ашайым, тип вәғәҙә биргәйне.