Бөгөн Башҡортостандың Яҙыусылар берлеге рәйесе, филология фәндәре кандидаты, әҙәби тәнҡитсе, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, журналдың хөрмәтле авторы һәм дуҫы Зәки Арыҫлан улы Әлибаев ғүмер байрамын билдәләй. Авторыбыҙҙы тыуған көнө менән ихлас тәбрикләйбеҙ, уға аҡ бәхеттәр, имен тормош, ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Зәки Арыҫлан улы Әлибаев 1967 йылдың 10 ғинуарында Башҡортостандың Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. БДУ-ны тамамлағандан һуң шунда уҡ эшкә ҡала. Һуңынан университеттың башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында декан урынбаҫары булып эшләй. 2009 йылдан – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты. Башҡортостан Яҙыусылар берлеген 2017 йылдан алып етәкләй. Башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012).
Әйткәндәй, журналыбыҙҙың 12-се һанында Нияз Алсынбаевтың Зәки Арыҫлан улы менән әңгәмәһен уҡый алағыҙ!