Үҫентеләрҙе өйҙә үҫтереүселәр помидор, баклажан, татлы боростоң бер ни ҡәҙәр өлөшөн иртәрәк ултырта ала. Шулай уҡ петуния орлоҡтарын да иртәрәк ултыртыу яҡшы – йәй башында уҡ улар сәскәгә төрөнөп ултырасаҡ.
Быйыл ғинуарҙа помидор, татлы борос орлоғон сәсеү өсөн иң уңышлы көндәр: 16, 17, 21, 22, 26, 27. Ә бына 12, 13, 14, 28 ғинуарҙа был эш менән мәшғүл булырға кәңәш ителмәй.
13, 14, 17, 18, 19, 22, 23, 24 февраль орлоҡ сәсеү өсөн иң яҡшы көндәр һанала. Айҙың беренсе декадаһы сәсеү эштәре өсөн яйлы түгел. 11 һәм 27 февраль шулай уҡ насар көндәр һанала.
17, 18, 22, 23 мартта сәскән орлоҡ яҡшы шытым бирер. Яҙғы сәсеү эштәрен 1, 5, 9 һәм 28 мартта башҡарыу ҡәтғи тыйыла.