

Яңы йыл байрамдарында күп калориялы ризыҡтар менән туҡланып, арып та киткәнһегеҙҙер? Еңелсә салаттарға күсергә ваҡыт, дуҫтар!
Шулай итеп, салат өсөн түбәндәге ингредиеттар кәрәк буласаҡ:
- 1 бешкән сөгөлдөр (200 г тирәһе),
- 1 алма,
- 1 аш ҡалағы сәтләүек,
- семтем тоҙ,
- 1 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо.
Шулай уҡ кибет ҡаймағы, кефир (йәки бер ниндәй ҡушылмаһыҙ йогурт) кәрәк буласаҡ.
Сөгөлдөр менән алманы ваҡ ҡырғыстан үткәреп, кефир, тоҙ, шәкәр ҡомо ҡушып болғатырға. Өҫтөнә ваҡлап сәтләүек һибергә.
Өйҙәрегеҙ йәмле, көндәрегеҙ уңышлы булһын, дуҫтар!
Рецепт авторы – Ҡәҙриә Ишмурзина.