Все новости
Новости
8 Января 2021, 14:56

Асҡын районынан мәктәп уҡыусыһы 1 миллион һумлыҡ грант отҡан

11 класта белем алыусы Максим Р., тағы 7 уҡыусы менән бергә «Ҙур тәнәфес» тип аталған конкурста еңеп, 1 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булған.

11 класта белем алыусы Максим Р., тағы 7 уҡыусы менән бергә «Ҙур тәнәфес» тип аталған конкурста еңеп, 1 миллион һумлыҡ грантҡа эйә булған.
Ярымфиналда уның командаһы «Аҡыллы ҡала» тигән проектты тәҡдим иткән. Проект ҡала ихтыяждары өсөн энергияны альтернатив сығанаҡтарҙан алыуҙы күҙаллай.
Мәктәптә еңеүсе менән ғорурланалар.
- Максимдың уңышы беҙҙең ҙур ҡаҙанышыбыҙ, мәктәбебеҙҙә был тәүге тапҡыр, - тип бүлешә тәьҫораттары менән үҫмерҙең класс етәксеһе Гөлнара Хәкимова.
Максим иһә үҙ сиратында аҡсаны артабан белем алыуға йүнәлтергә ниәтләй. Ул юрист һөнәрен үҙләштерергә теләй.
- Дуҫтарың менән күңел асырға һәр саҡ ваҡыт булыр, ә бына һөнәргә эйә булыр өсөн хәҙер уҡырға кәрәк, - ти Максим.
Читайте нас: