Яңы йылдың тәүге көндәре Әбйәлил районының Таштимер ауылы халҡы өсөн айырыуса иҫтәлекле булды. Бында хоккей һәм боҙ шыуыу майҙансыҡтары сафҡа индерелде. Урындағы халыҡтың күптәнге хыялын бойомға ашырыуҙа эшҡыуарҙар ҙур тырышлыҡ һалды.
Ҙур булмаған, әммә йәш быуын өсөн үтә лә мөһим спорт обьекттарын асыу тантанаһы уҙҙы. Сараның рәсми өлөшө тамамланғандан һуң, хоккей майҙансығында хоккей бәйгеһе башланды. Унда Әбйәлил районының алты ауылынан килгән командалар көс һынашты. Бик ҡыҙыу һәм ҡомарлы бәйгенән һуң еңеүселәр асыҡланды.
Беренсе урынға — Таштимер, икенсегә — Ҡужан, өсөнсөгә — Буранғол ауылы командалары лайыҡ булды. Еңеүселәргә — кубоктар, ҡатнашыусыларға грамоталар тапшырылды. Хоккей һәм футбол буйынса ярыштарҙы киләсәктә лә дауам итергә тип килештеләр.