*Яңы йылдан минималь хеҙмәт хаҡы 14 710 һумды тәшкил итәсәк.
*Эшләгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы күләмен 6,3 процентҡа индексациялау ҡаралған.
*Әсәлек капиталының күләме 483 881 һумды тәшкил итәсәк, икенсе балаға 155 550 һум түләйәсәктәр. Әгәр ҙә ата-әсәй тәүге бала өсөн әсәлек капиталы алып өлгөрмәгән икән, икенсе балаға улар бер юлы 639 431 һум алыу мөмкинлегенә эйә.
*Башҡортостанда байҙар өсөн һалым индерелде. Әгәр ҙә һеҙ 5 млн һумдан артыҡ килем алағыҙ икән, хәҙер дәүләт ҡаҙнаһына 13 процент урынына 15 процентын ҡайтарырға тейешһегеҙ. Бер тапҡыр алынған килемгә, әйтәйек, фатир һатҡандан алынған аҡсаға был ҡағылмай.
*Ауыл ипотекаһы өлкәһендә лә яңылыҡтар бар. Хәҙер ҡуртымға алынған участкала ла өй һалырға мөмкин. Ауыл ипотекаһын элеккесә 3 процент ставка менән, 30 меңдән әҙерәк кеше йәшәгән тораҡ пунктында алырға мөмкин.
*Дәүләт хеҙмәттәрен алыу тәртибе еңелләште. Хәҙер бының өсөн һеҙҙән эш хаҡын дәлилләүсе белешмә, опека һәм бағыусылыҡ органдары биргән документ талап итмәйәсәктәр. Тыуыу, никах һәм үлем тураһында таныҡлыҡтарҙы сит илдә бирелгән осраҡта ғына талап итеүҙәре бар.
*Хәҙер юғалған никах таныҡлығын йәшәгән урынығыҙ буйынса ЗАГС органдарында яңынан алырға була.
*1 ғинуарҙан республикала капремонтҡа хаҡ артты. 6 ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йортта капремонт өсөн бер квадрат метрға 7,18 һум, ә 6 ҡаттан бейегерәк йортта бер квадрат метр өсөн 7,80 һум түләргә кәрәк була.
*Тағы бер яңылыҡ юл хәрәкәте өлкәһендәге штрафтарға ҡағыла. 2021 йылдың 1 ғинуарынан штрафтарҙы, былтырғы йылда яҙылған булһа ла, яңы ҡаҙна иҫәбенә күсерергә кәрәк: 031 0064 3000000 010101.