Все новости
Новости
3 Января 2021, 12:45

Боҙ тауҙарында һаҡ булығыҙ

Яңы йыл байрамы, ҡышҡы каникул осоронда боҙло тауҙарҙан шыуыу – балаларҙың яратҡан уйыны. Әммә был уйын бик хәүефле шөғөлдәрҙең береһе булыуын оноторға ярамай.

Яңы йыл байрамы, ҡышҡы каникул осоронда боҙло тауҙарҙан шыуыу – балаларҙың яратҡан уйыны. Әммә был уйын бик хәүефле шөғөлдәрҙең береһе булыуын оноторға ярамай. Мәҫәлән, йылдың беренсе көнөндә генә Салауат районының Мөрсәлим ауылында, Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында һәм Өфө ҡалаһында бәләкәй балалар тау шыуғанда имгәнеүе хаҡында 112 телефонына мөрәжәғәт иткәндәр.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты боҙ тауҙарында шыуғанда төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа саҡыра: күп кеше йыйылған урындарҙа һаҡ булырға, текә тауҙарға күтәрелмәҫкә, ата-әсәйҙәргә балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, уларға ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтерҙәренә төшөрөп торорға кәңәш итә. Хәүефһеҙлек сараларын үтәгәндә бәлә-ҡазаға тарымаҫһығыҙ.
Күңелле ял көндәре һәм именлек теләйбеҙ!
Читайте нас: