Ялдар дауам итә, билмән, манты, турамалар туйҙырҙы. Байрам булғас, ғәҙәти булмаған тәмле генә ризыҡ ашағы килә, эйе бит? Шул уҡ ваҡытта ул ҡул аҫтында булған ризыҡтарҙан тиҙ генә әҙерләнһен, шулаймы? Улайһа яҙығыҙ:
Үткәрелгән ит (фарш) – 500 г
Һуған – 1 баш Йомортҡа – 1
Картуф – 4-5 (уртаса ҙурлыҡта)
Тоҙ, борос, үҙегеҙгә оҡшаған тәмләткестәр
Итебеҙҙе ит турағыстан үткәреп, ваҡ итеп туралған һуған, тоҙ, борос, йомортҡа, тәмләткестәр ҡушып болғайбыҙ. Картуфты түңәрәкләп киҫәбеҙ, тоҙлайбыҙ. Үткәрелгән иттән кәтлиткә эшләгән кеүек түңәрәктәр яһайбыҙ.
Тәрән табаға (противенгә лә була) ит менән картуфты аралаштырып теҙәбеҙ.
Өҫтөн ҡаплағансы тиерлек томат пастаһы менән һыу ҡушылған иҙмәне (ҡуйылығы шыйыҡ ҡаймаҡ кеүек булырға тейеш, ҡуйыны яратһағыҙ әҙерәк он ҡушырға була) ҡойоп 180 градусҡаса йылытылған мейескә 1 сәғәткә оҙатабыҙ.
Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын, уны бүлешер яҡын кешегеҙ булһын!