Все новости
Новости
1 Января 2021, 19:07

2021 йылда тәүге юбилей менән ҡотларға ашығабыҙ!

Бөгөн, Яңы 2021 йылдың тәүге көнөндә, хаҡлы ялда булған хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, шағирә, журналист, популяр йырҙарҙың һүҙҙәре авторы матур юбилейын билдәләй.

Бөгөн, Яңы 2021 йылдың тәүге көнөндә, хаҡлы ялда булған хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, шағирә, журналист, популяр йырҙарҙың һүҙҙәре авторы Зөһрә Нариман ҡыҙы Алтынбаева матур юбилейын билдәләй! Зөһрә Нариман ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, ҡыуаныстарға бай оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ!
Зөһрә Алтынбаева “Ватандаш”тың ветераны, ул журнал асылғандан алып (1996 йыл) хаҡлы ялға сыҡҡансы әҙәбиәт бүлеген алып барҙы. Уға тиклем «Башҡортостан» телевидениеһының «Хазина» мөхәрририәтендә өлкән мөхәррир, «Русский язык в башкирской школе» журналында бүлек мөхәррире булып эшләй, ә хеҙмәт юлын «Ленинсы» гәзитендә тәржемәсе булараҡ башлай.
Шағирәнең ижады ябайлығы, күңелгә ятышлы, хистәргә бай булыуы менән айырылып тора. Уның шиғырҙарында уйлап сығарылған, “заказ” менән яҙылған юлдар тапмаҫһың, улар йөрәктән сыҡҡан, шуға ла йөрәктәргә үтеп инә, хистәр өйөрмәһендә өйөрөлтә. Шиғырҙарының тиҙ арала популяр йырҙар булып китеүенә лә аптырайһы түгел.
Бына улар:
“Мөхәббәттән килә иҫергем” (Юлай Үҙәнбаев көйө, Алһыу Бәхтиева башҡара)
“Сыҡма, сыҡма барыр юлдарыма” (Рәдиф Зарипов көйө, Айгөл Һағынбаева менән Рәдиф Зарипов башҡара)
“Балан емеше” (Ғәзиз Дәүләтбирҙин көйө, Резеда Әминева башҡара, Сөмбөл Моратова башҡара)
“Ҡалдыр һөйөүҙе” (Филүс Ҡалмурзин көйө, Филүс Ҡалмурзин башҡара)
“Көҙгө һағыш” (Риф Арыҫланов көйө, Хәлимә Ғәббәсова башҡара)
“Һөйөлөүҙән кем туйған” (Мәрйәм Солтанова көйө, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова башҡара, Рәфис Ишбаев йырлай)
“Һин миҙгелдәр төҫлө” (Риф Арыҫлан көйө, Гүзәл Хәмитова башҡара) “Ҡайҙа” (Феликс Әбдрәшитов көйө, Фәнәүи Сәлихов башҡара)
“Тыуған яҡ” (Риф Арыҫлан көйө, Салауат Мөхәмәтйәров башҡара) “Һағыш” (Абрар Ғабдрахманов көйө, Лина Гәрәева башҡара)
“Ҡарашыңда ҡарҙар ята,тиһең...” (Р.Йомағолов көйө, Розалия Күсәбаева башҡара)
“Хушлашмайым” (Рәдиф Зарипов көйө, Алина Дәүләтханова башҡара)
Зөһрә Алтынбаева (Камалова) 1951 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. СССР Журналистар һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуған һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000)
Читайте нас