

Матбуғат конференцияһында Радий Хәбиров журналистарҙың эш хаҡына ҡағылышлы һорауға ла яуап бирҙе.
“Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы бик бәләкәй. Шул уҡ ваҡытта журналист һөнәре хәүефле лә. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәргә “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә эшләргә тура килә", – тине ул.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ муниципаль кимәлдәге, шулай уҡ бәләкәй баҫмалар журналистарын юғалтыуыбыҙ ихтималлығы хаҡында әйтеп, борсолоуын белдерҙе.
"Хәҙер барыһы ла интернетҡа күсте. Шулай ҙа әлегә баҫма матбуғатты һаҡларға кәрәк, сөнки өлкән йәштәге кешеләргә гәзит-журналдар кәрәк. Беҙ эш хаҡын этаплап күтәреү тураһында уйлана башлағайныҡ. 2021 йылғы ауыр иҡтисади хәл сәбәпле эшләй алмаҫбыҙ тип уйлайым, шулай ҙа 2022 йылда быны башҡарырбыҙ", – тине Радий Фәрит улы.