Все новости
Новости
30 Декабря 2020, 15:51

Тажикстандың Ходжент ҡалаһында Башҡортостан уҡытыусыларын тәбрикләнеләр

Яңы йыл алдынан Һырдарья буйында урынлашҡан хозур Ходжент ҡалаһында тантаналы осрашыу уҙҙы. Унда Учалы районының Ҡотой ауылынан Сәфәрғәлин Азамат Бәхтиәр улы ла саҡырылды.

Билдәле булыуынса, Рәсәй менән Тажикстандың хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә тыуған халыҡ-ара проект сиктәрендә Тажикстандың Согда өлкәһендә уҡытыуға Башҡортостан уҡытыусылары ла йәлеп ителгәйне.
Улар араһында Учалы районының Ҡотой ауылынан Сәфәрғәлин Азамат Бәхтиәр улы ла бар. Ул Бустон ҡалаһында мәртәбәле Президент мәктәбендә химия һәм биология дәрестәрен уҡыта.
Яңыраҡ ҡына Төркиәнең Анталья ҡалаһында үткән халыҡ-ара белем олимпиадаһында педагогтың уҡыусылары еңеү яулап ҡайтҡайны.

Азамат Сәфәрғәлин

Яңы йыл алдынан Рәсәй уҡытыусыларын Һырдарья буйында урынлашҡан хозур Ходжент ҡалаһына тантаналы осрашыуға йыйҙылар. Сарала Рәсәй Федерацияһының Ходженттағы генераль консулы Андрей Харламов, Согда өлкәһе башлығы Раджаббой Ахмадзода һәм башҡа урындағы ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Раджаббой Ахмадзода халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле булыуын, йылдың-йылы нығыныуын билдәләне, Башҡортостан уҡытыусыларына ҙур рәхмәтен белдерҙе, Яңы йыл менән ҡотланы.
Әйтеп китергә кәрәк, Тажикстанға Рәсәй уҡытыусыларын йүнәлтеү проекты халыҡ-ара ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған һәм 2020 йылда ошондай уҡ проекттар Монголияла, Сербияла һәм Үзбәкстанда дауам ителгән. Вьетнамда иһә быйыл уҡытыу онлайн форматта уҙғарылған.
Әлеге көндә Рәсәй вуздарында Тажикстандан 28 мең студент белем ала, уларҙың 20 меңе тиерлек бюджет иҫәбендә уҡый, бында Рәсәй уҡытыусыларының да өлөшө ҙур, тип билдәләнде ҡотлау һүҙендә. Шулай уҡ Рәсәй уҡытыусыларының инновацион ысулдар ҡулланыуы, коллегаларына методик яҡтан ярҙам күрһәтеүе юғары баһаланды. Уларҙың белем биреүсе генә түгел, дуҫлыҡ күпере һалыусы булыуҙары ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Читайте нас: