Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың журналистар менән осрашыуы булды.
Матбуғат конференцияһындағы тәүге һорауҙарҙың береһе коронавирусҡа бәйле булды. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ул үҙе вирусҡа ҡаршы вакцина эшләткән.
"Әлбиттә, ысынбарлыҡта ауырыусылар һаны күберәк, сөнки сирҙе латент формала үткәреүселәр бар. Хатта бәләкәс улымда ла вирусҡа ҡаршы тороусы тәнсектәр табылды", - тип белдерҙе ул.
#Ватандаш
#ПрессКонференция
#РадийХабиров