Киләһе йылда башҡорт халҡының күренекле шәхесе, мәғрифәтсе, шағир, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыу билдәләнә. Ошо уңайҙан ғинуар айында уның яҡты иҫтәлегенә арналған саралар үтәсәк.
Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙенең Ирәкте волосы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Уның бай һәм ҡатмарлы ижады башҡорт әҙәбиәтендә ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған, шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәре милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә яңы бер баҫҡыс булып тора.
8 ғинуарҙа тыуған төйәге, Тәтешле районының Иҫке Соҡор ауылында шағирҙың йорт-музейында таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Сарала ҡатнашыусылар Үрге Тәтешлеләге тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ғ.Соҡоройҙоң тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған күргәҙмә менән танышасаҡ, иҫтәлекле урындарҙы барып күрәсәк. Ауылдың үҙәк майҙанында “Асан хан вариҫтары” концерт прогаммаһында ”Табын ырыуы тарихы” тигән театрлаштырылған тамаша, “Арғымаҡ” этно-төркөмө һәм Zainetdin шоу-проектының сығыштары көтөлә.
14 ғинуарҙа филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Ғиниәтулла Ҡунафин Ғ.Соҡори ижады хаҡында онлайн лекция уҡый.
Республиканың уҡыу йорттарында билдәле шәхесебеҙгә арналған класс сәғәттәре, конкурстар, викториналар һәм күргәҙмәләр үткәреү ҡаралған.
21 ғинуарҙа БР Милли музейында ғалимдар, педагогтар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашлығында Ғ.Соҡорой иҫтәлегенә арналған онлайн түңәрәк өҫтәл ойошторола.
Шулай уҡ Тәтешле районында Ҡара Табын ырыуының күренекле вәкилдәре Иҫән хан, Ғәли Соҡорой, Ғәрифулла Кейеков менән бәйле тарихи урындар буйлап туристик маршрут булдырыу өҫтөндә эштәр бара.