Все новости
Новости
30 Декабря 2020, 17:05

Балалар өсөн яңы китап сыҡты

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән мультимедиялы баҫма донъя күрҙе. «Өс дуҫ» («Три друга», «The three friends») тип исемләнгән китап башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә яҙылған.

Яңы йыл алдынан сыҡҡан китап – һәр кем мөғжизә көткән ҡышҡы байрам осоронда – айырыуса кескәй балалар өсөн бынамын тигән бүләк. Ул бик матур, сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән. Махсус QR-кодты ҡулланып, китап персонаждарын «терелтергә» мөмкин, был иһә «Өс дуҫ»тың мажараларын тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм йәнлерәк итә.Башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнгән мультимедиялы китап үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя, кескәйҙәрҙе яҡшылыҡ, изгелек, тоғролоҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәр менән таныштыра.

Матур йөкмәткеле яңы баҫма ҡышҡы каникул һәм байрам осоронда бөтә ғаилә менән уҡыу өсөн уңайлы. Уны Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазиндарында һатып алырға була.

Читайте нас: