Йыл аҙағы, ғәҙәттәгесә, – үткән эштәргә йомғаҡ яһау, киләсәккә пландар билдәләү осоро. Быйыл да, традицицияға тоғро ҡалып, редакциябыҙҙа “Ватандаш” журналы лауреттары һәм конкурс еңеүселәре менән осрашыу уҙғарҙыҡ.
Коллектив менән осрашыуға лауреаттарыбыҙ тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтин, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин, Артур Вәлиев һәм Еңеүҙең 75 йыллығына арналған конкурс еңеүсеһе Дмитрий Ефремов килде.
“Ватандаш” журналын сыға башлаған мәленән яратып уҡыйым. Баҫманың йөкмәткеһе бай, төрлө өлкәгә ҡағылышлы материалдар булыуы уны тағы ла уҡымлыраҡ итә. Ҡулға бер алһаң, уҡып бөтмәйенсә ҡулдан төшөрөп булмай. Ғөмүмән, "Ватандаш” – республикабыҙҙың даны, визит карточкаһы. Ә инде журналдың лауреаты булыу минең өсөн ҙур шатлыҡ. Баҫма хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде белдерәм һәм ижади уңыштар теләйем”, – тине Нәзир Мырҙабай улы.
Рәфил Рәфғәт улы ла киләсәккә уй-ниәттәре менән бүлеште. “Студент сағымда, 1990-сы йылдар уртаһында, журналды “Союзпечать” киоскыларынан һатып алып уҡый инем. Интернет булмаған саҡта тап “Ватандаш” төп мәғлүмәт сығанағы булды. Һуңғараҡ үҙем дә мәҡәләләр яҙа башланым. Төп йүнәлешем – башҡорт халҡының ырыуҙар структураһы, ошо юҫыҡта эҙләнеүҙәремде дауам итәсәкмен. Улар ҙа журнал биттәрендә донъя күрер, тип ышанам”, – тип белдерҙе ул.
Ошондай тәрән белемле, киң ҡарашлы авторҙар менән хеҙмәттәшлек итеү “Ватандаш” журналы коллективы өсөн – ҙур мәртәбә. Лауреаттарыбыҙҙы һәм конурс еңеүселәрен ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ һәм яңынан-яңы мәҡәләләр көтәбеҙ!