Все новости
Новости
28 Декабря 2020, 21:55

"Ватандаш" журналы үҙ лауреттарын билдәләне

"Ватандаш" журналы, 2020 йылға йомғаҡ яһап, үҙ лауреаттарын билдәләне. Баҫма биттәрендә донъя күргән иң шәп мәҡәләләр авторҙарына ихлас рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан да хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ, тигән теләктә ҡалабыҙ!

Шулай итеп, "Ватандаш"тың 2020 йыл лауреаттары:
1. ҠОЛБАХТИН Нәзир Мырҙабай улы, тарих фәндәре докторы, профессор – "1773-1175 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының башҡорт юлбашсылары" фәнни-популяр мәҡәләләр циклы өсөн (NN1-3, 6, 7. 9-12).
2. АҪЫЛҒУЖИН Рәфил Рифғәт улы, философия фәндәре кандидаты – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арналған фәнни-популяр мәҡәләләре өсөн (NN 8-11).
3. ВӘЛИЕВ Артур Урал улы – Сергей Довлатовҡа бағышланған материалдар тупланмаһы өсөн (N9).
Лауреаттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: