28 декабрҙә республикала йәшәүселәр Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың тыуған телдәрендә Яңы йыл ҡотлауҙары флешмобында ҡатнаша ала. Унда ҡатнашыр өсөн социаль селтәрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тыуған телдә Яңы йыл менән ҡотлау видеоролигын яҙҙырып һалырға кәрәк. Ул
#ПоздравляюНаРодномЯзыке
#ТыуғанТелемдәҠотлайым
#НовогоднийБашкортостан
хэштегтары менән 1 минуттан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Яңы йыл менән ҡотлау видеояҙма Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың тыуған телендә булырға тейеш. Камера мотлаҡ горизонталь йүнәлештә булһын. Фотографиялар, спецэффекттар ҡулланырға мөмкин.
Флешмобта республикала йәшәгән бөтә кешеләр ҙә ҡатнаша ала – йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.