Все новости
Новости
28 Декабря 2020, 20:10

Астана башҡорттары балаларҙы ҡотланы

Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһындағы «Аҡбуҙат» башҡорт этно-мәҙәни берекмәһе активистары Ҡаҙағстандағы Рәсәй илселеге ярҙамы менән яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы уңайынан балаларҙы ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.

Астана ҡалаһында бер мең тирәһе башҡорт йәшәй, бөтә Ҡаҙағстанда – ун ете мең тирәһе. «Аҡбуҙат» этно-мәҙәни берекмәһе 2017 йылдан эшләп килә, уның ағзалары сит илдә башҡорт мәҙәниәтен, телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау һәм үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнә.
Читайте нас: