Новости
28 Декабря 2020, 08:35

2021 – Фән Һәм технологиялар йылы

2021 йыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителде

2021 йыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителде.
Рәсәй Президенты В.Путин 2021йылды Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был тәҡдим менән ул Мәскәү дәүләт университетында үткән ултырышта сығыш яһағайны. Ил башлығы бөтә донъяға янаған эпидемия һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, экологияға бәйле фән һәм технологияларҙы үҫтереүҙең бик мөһим икәнлеген иҫбатлауын, ошо сфераларҙа көс түгеүселәрҙең хеҙмәте йәмғиәт һәм дәүләт тарафынан баһалауға лайыҡлы булыуын билдәләп үтте.
Башҡортостанда республиканың артабанғы социаль-иҡтисади үҫеше маҡсатында Евразия фәнни-мағариф үҙәге булдырылған, ул декабрь башында Рәсәй Хөкүмәте конкурсында еңеп, федераль статус алды.
Читайте нас