Все новости
Новости
27 Декабря 2020, 17:56

Иң тәмле итле бәрәмәс рецебы

Ошондай буранлы ялдарҙа итле генә берәй тәмлекәс бешереп яҡындарығыҙҙы һыйлап алығыҙ. Итле бәрәмәстең рецепттары бихисап, әммә ошоноһо 100 процент килеп сыға, ҡамыры яңы яуған ҡарҙай йомшаҡ була, күпереп тора. Ите лә ҡоро булмай. Шулай итеп, яҙабыҙ:

Ошондай буранлы ялдарҙа итле генә берәй тәмлекәс бешереп яҡындарығыҙҙы һыйлап алығыҙ. Итле бәрәмәстең рецепттары бихисап, әммә ошоноһо 100 процент килеп сыға, ҡамыры яңы яуған ҡарҙай йомшаҡ була, күпереп тора. Ите лә ҡоро булмай. Шулай итеп, яҙабыҙ:
Ҡамыр өсөн: 550 г он (3 стакан тирәһе), 2 стакан йылы һыу йә һөт, 2 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә ( йә 25 грамм ҡоро булмағанын), 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 2-3 сәй ҡалағы шәкәр.
Эслек өсөн: 500 грамм ит, 2 баш һуған, тоҙ, борос.
Йылы һөттә сүпрәне иҙеп алабыҙ, он һәм башҡа ингредиенттарҙы ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ул шыйыҡ һымаҡ күренер, шулай ҙа башҡа он өҫтәмәйбеҙ. Өҫтөн ябып, йылы урынға бер нисә сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр күтәрелгән арала итте һуған ҡушып ит турағыстан үткәрәбеҙ, тоҙ, борос һалып баҫабыҙ. Эслек ҡорораҡ күренһә, бер аҙ һыу ҡушабыҙ (0,5-1 стакан тирәһе).
2-3 тапҡыр ҡалҡҡан ҡамырҙы киреп төшөрәбеҙ. Ҡабат ҡалҡҡандан һуң бәрәмәстәрҙе эшләүгә тотонабыҙ. Өҫтәлебеҙҙе майлап алабыҙ, ни өсөн тигәндә ҡамыр йомшаҡ була, ҡулға йәбешеп бара. Ҡамырҙы йомортҡа ҙурлығындағы өлөштәргә бүлеп алабыҙ, йәйеп, эсенә аш ҡалағы ҙурлығында эслек һалып бәрәмәс эшләйбеҙ. Кемдер уртаһын асыҡ ҡалдыра, кемдер киреһенсә, уныһы үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа. Әҙер бәрәмәстәрҙе таҫтамал менән ябыулы тотоғоҙ, ҡалғандарын эшләгән арала тәүгеләре күтәрелә торор.
Бәрәмәстәрҙе ҡыҙған майҙа һәр яғын 10-ар минут тотоп бешереп алығыҙ, майығыҙ бәрәмәсте яртылаш ҡапларға тейеш.
Аштарығыҙ тәмле, уларҙы бүлешер яҡын кешегеҙ булһын!
Читайте нас: