Сипайловола 65 йәшлек пенсионерға полиция хеҙмәткәре Айрат Байсурин ярҙамға килгән.
Сүп-сар һауытында ҡаҙынып ашарға эҙләгән, үҙ фатирының ишеге төбөндә кескәй балаҫта йоҡлап йөрөгән оло йәштәге ир ҡасандыр слесарь булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ фатирына инә алмай йөрөрөн ул башына ла килтермәгән, әлбиттә. Оло йәштәге ирҙе ваҡыты-ваҡыты менән күршеләре ашатҡан. Ризыҡтан баш тартмаһа ла, хәстәрлекле кешеләрҙең фатирына инергә ул ҡырҡа ҡаршы булған – аҙналар буйы йыуынмағанлыҡтан үҙенән сыҡҡан насар еҫтән оялған.