Все новости
Новости
26 Декабря 2020, 19:45

Кәзә лә бүләк, төймә лә бүләк...

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимур Ғилмийәров Дәүләкән районынан Йәсмингә кәзә бүләк иткән.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимур Ғилмийәров Дәүләкән районынан Йәсмингә кәзә бүләк иткән.
Поляковка ауылында йәшәүсе ҡыҙ Яңы йыл бүләге итеп... кәзә бүләк итеүҙәрен һораған. Бәләкәй һеңлеһенең һыйыр һөтөнә аллергия булғанлыҡтан, табиптар кәзә һөтө эсергә кәңәш иткән икән.
"Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзаһы Поляковкаға килеп, ҡыҙҙарға тәмлекәстәр ҙә тапшырған. "Теләктәр шыршы"һы, шулай итеп, ғаиләгә кәзәле булырға ярҙам иткән.
Читайте нас: