Новости
26 Декабря 2020, 11:50

Башҡорт халҡын үҫтереү Стратегияһы ҡабул ителде

25 декабрь көнө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ултырышында милләтебеҙҙе үҫтереү Стратегияһы ҡабул ителде. Башҡорт халҡын иҡтисади, социаль, мәҙәни йәһәттән үҫтереүҙе маҡсат иткән саралар комплексы 2021-31 йылдарға иҫәпләнгән.

Ултырышта ҡатнашыусыларҙы БР хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов тәбрикләне. Документты тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Аҡманов етәкселегендә БР фәндәр Академияһы ғалимдары әҙерләне. Уның маҡсаты һәм төп йүнәлештәре менән билдәле тарихсы-ғалим Юлдаш Йосопов таныштырҙы. Ярайһы уҡ әүҙем барған фекер алышыуҙарҙан һәм бәғзе өҫтәмәләрҙән һуң, милләтебеҙҙе үҫтереүҙең иң мөһим документы бер тауыштан ҡабул ителде.

Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды «Башҡорт тарихы йылы» тип иғлан итеү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Ойошманың тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин киләһе йылға эш планы һәм алда торған иҫтәлекле ваҡиғалар менән таныштырҙы. Ойоштороу менән бәйле көнүҙәк мәсәләләр ҡаралды, улар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде.

Ултырышты БР Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.

Читайте нас