Все новости
Новости
25 Декабря 2020, 14:10

"Ҡыш бабай! Мине ысын ҡурайсы менән таныштыр!"

Яңы йыл бүләге итеп күп балалар хәҙер кеҫә телефоны, планшет кеүек заманса гаджеттар һорай. Саңғы, велосипед кеүек спортҡа бәйле бүләк һораһалар, ни әйттең дә бит!Ә бына Иҫке Туймазы мәктәбе уҡыусыһы Камилла Мөхәмәтйәнова Ҡыш бабайға яҙған хатында бик үҙенсәлекле хыялын еткергән – ҡыҙ ысын ҡурайсы менән танышырға теләй икән!Яңы йылда хыялдар тормошҡа аша – 2-се класс уҡыусыһы менән ҡурайсы Рәмзин Әбсәләмов осрашҡан. #Ватандаш#ЯңыЙыл#ҠышБабай#ҡурайсы

Яңы йыл бүләге итеп күп балалар хәҙер кеҫә телефоны, планшет кеүек заманса гаджеттар һорай. Саңғы, велосипед кеүек спортҡа бәйле бүләк һораһалар, ни әйттең дә бит.

Ә бына Иҫке Туймазы мәктәбе уҡыусыһы Камилла Мөхәмәтйәнова Ҡыш бабайға яҙған хатында бик үҙенсәлекле хыялын еткергән – ҡыҙ ысын ҡурайсы менән танышырға теләй икән!

Яңы йылда хыялдар тормошҡа аша – 2-се класс уҡыусыһы менән ҡурайсы Рәмзин Әбсәләмов осрашҡан.

"Иҫке Туймазы мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Камилла Мөхәмәтйәнованың Ҡыш Бабайға яҙған хатын тапшырыуҙары минең өсөн көтөлмәгәнерәк хәл булды, – тип яҙа Рәмзин Әбсәләмов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Хатында ул ысын ҡурайсы менән осрашырға теләүен яҙған. Уның был хыялын мин ҙур теләк менән башҡарҙым! Камилла менән осрашып, ҡурай хаҡында һөйләнем, бер нисә көй уйнап ишеттерҙем һәм башҡорт халыҡ музыка ҡоралын үҙенә үк бүләк иттем".

Ҡурайсы Камилланы Яңы йыл менән ҡотлап, маҡсатлы бала булып үҫеүен, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуын туҡтатмауын теләгән.

#Ватандаш

#ЯңыЙыл

#ҠышБабай

#ҡурайсы

Читайте нас: