Все новости
Новости
24 Декабря 2020, 14:15

Ҡоншаҡ районында ижади конкурс тамамлана

«Яңы йыл мөғжизәһе» – Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ муниципаль районына ингән ауыл-ҡасабаларҙы, атап әйткәндә, уларҙың үҙәк урамдарын, майҙандарҙы, ойошмаларҙы, предприятиеларҙы, балалар ҡаласыҡтарын һәм башҡа йәмәғәт урындарын байрамса биҙәүҙе маҡсат иткән бәйге шулай тип атала.

Сараны Ҡоншаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы ойошторҙо, уға ауыл-ҡасабаларҙың халҡы дәррәү ҡушылды. Ижади бәйге декабрь баштарында иғлан ителгәйне һәм ул ошо аҙна аҙағында тамамлана. Еңеүселәрҙе дипломдар һәм приздар көтә.

Әйткәндәй, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы - башҡорттар тупланып йәшәгән төбәк. Аҫабалар райондағы халыҡтың дөйөм иҫәбенән (28 мең кешенән) 47 процент тәшкил итә.

Читайте нас: