Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыу-тәрбиә эшендә яңынан-яңы уңыштарға өлгәшә. Был мәктәптә Рәсәй һәм республикабыҙҙың маҡсатлы программаларына ярашлы бик күп эштәр башҡарыла.
Мәктәптә һәм уның филиалдарында уҡыусылар, яҡшы уҡыуҙары менән бер рәттән, төрлө проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра: олимпиада, конкурс, фестивалдәрҙә еңеү яулап, призлы урындарға лайыҡ була. Бында, һис һүҙһеҙ, педагогик коллективтың һәм мәктәп етәксеһенең роле баһалап бөткөһөҙ икәнлеген дә билдәләп үтеү кәрәк. Спорт, сәнғәт, хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙә ҡаҙаныштар һанһыҙ. Бер нисә йыл рәттән Байназар мәктәбе уҡыусылары Ю.А.Гагарин исемендәге кубокка уҙғарылған Олимпиадала юғары уңышҡа өлгәшә.
Күптән түгел Бөрйән районы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы конференцияһында мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ғәйәз улы Сәйфетдинов Ю.А.Гагарин Олимпиадаһы сиктәрендә белем биреү-илһөйәрлек проекттарын тормошҡа ашырыу өлкәһендәге ҙур уңыштары өсөн Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаевты Рәсәй космонавтикаһы Федерацияһы Президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, летчик-космонавт, авиация генерал-полковнигы, профессор В.В.Коваленоктың ҡултамғаһы менән Рәсәй космонавтикаһы федерацияһының “Ю.А.Гагарин” миҙалы менән бүләкләне.
– Был олимпиаданың Юрий Гагарин исемен йөрөтөүе бушҡа түгел. Уҡыусылар белемдәрен бермә-бер камиллаштыра. Ун биш фән буйынса интеллектуаль бәйгелә йыһан темаһына һорауҙарҙы ла үҙ эсенә алған тест тапшыра улар. Еңеүсе уҡыусыларға юғары уҡыу йортона ингән ваҡытта, имтихан һөҙөмтәләренә ҡушып, балдар өҫтәлә. Фәнни-техник прогресс үҫешкән мәлдә уҡыусыларҙың аң-кимәлен үҫтереү – беҙҙең төп бурыс. Уларҙы дәртләндереү, стимул биреүсе ошондай сараларҙа ҡатнаштырыу бик әһәмиәтле. Улар уҡыусыларҙың илһөйәрлек сифаттарын үҫтереүгә, теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныуҙарын көсәйтеүгә булышлыҡ итә, – тигән фекерҙә Байназар мәктәбе етәксеһе Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев.
Сәйҙә Сәйәхова.