

Гөлфиә Юнысованың «Илһамлы яҙмыштар» исемле яңы китабы донъя күрҙе. Унда шағирәнең матбуғат баҫмаларында төрлө йылдарҙа баҫылған очерктары, интервьюлары тупланған. Республикалағы билдәле яҙыусылар, шағирҙар, артистар һәм журналистар – йыйынтыҡтың төп геройҙары. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: яҙмаларҙың күбеһе ошондай уҡ исемле рубрика аҫтында ике йыл дауамында «Ватандаш» журналында донъя күреп, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 2018 йылда журналдың лауреаты итеп билдәләнгәйне.
«Геройҙарымдың уй-кисерештәрен, ижад үҙенсәлектәрен, кешелек сифаттарын асҡан һайын, илһамлы шәхестәрҙең фәһемле тормошо менән башҡаларҙы ла таныштырғым килде», – ти автор.
Әйткәндәй, китапта беҙҙең журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева менән әңгәмә лә бар. Ул «Тыуған яҡтың тылсымы бар» тип атала/
Раушания Туҡтамышева.
#Ватандаш
#ИлһамлыЯҙмыштар
#ГөлфиәЮнысова
#ЯңыКитап
#Китап
Беҙҙең төркөмдәргә ҡушылығыҙ: