Все новости
Новости
23 Декабря 2020, 00:15

ҠЫШҠЫ КИСТӘ

Күңелегеҙҙе һағыш, уйҙар баҫһа,Ҡышҡы кисте сығып күрегеҙ!Йән һөйгәнең менән парланышыпАуыл урамынан үтегеҙ!..

Күңелегеҙҙе һағыш, уйҙар баҫһа,

Ҡышҡы кисте сығып күрегеҙ!

Йән һөйгәнең менән парланышып
Ауыл урамынан үтегеҙ!..

Ай тултырып ҡарай төнгө күктән,
Нурҙарына ғаләм ҡойона...
Аяҡ аҫтындағы ап-аҡ ҡарҙар
Йырҙар йырлай кеүек тойола...

Алыҫ йондоҙҙарҙың ҡарашынан
Уранғандай йөрәк саф хискә.
Иҫләйһеңме, ҡасан ғына әле
Һоҡланғайныҡ икәү тын кискә?..

Ҡышҡы һауа йәнде ҡыуандыра,
Аҡ миҙгелдең сихри бер мәле!..
Уйҙарымдан ғына йәшлегемә
Бер әйләнеп ҡайттым мин әле...

Минира БИКӘНӘСОВА.

Читайте нас: