Все новости
Новости
23 Декабря 2020, 14:05

Ырымбур өлкәһендә Рауил Бикбаев көндәре үтте

Ырымбур өлкәһендә уҙған Рауил Бикбаев көндәренә йомғаҡ яһалды. Дистанцион форматта үткән сараны Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы һәм Ырымбур өлкәһенең мәғариф министрлығы ойошторҙо.

Ырымбур өлкәһендә уҙған Рауил Бикбаев көндәренә йомғаҡ яһалды. Дистанцион форматта үткән сараны Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы һәм Ырымбур өлкәһенең мәғариф министрлығы ойошторҙо.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормошона һәм ижадына арналған асыҡ дәрестәр, Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренә һәм тыуған яҡ тарихына арналған фәнни-ғәмәли конференциялар баһаланды, шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр конкурсына, йәш шағирҙар бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Сараларҙа Ырымбур өлкәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар ҡатнашты.

Жюри тарафынан ҡырҡтан ашыу эш баһаланып, еңеүселәр билдәләнде. Ә гран-при бүләгенә лайыҡ тип түбәндәге ҡатнашыусылар танылды: фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында – Красногвардейск районы Дауыт Юлтый исемендәге мәктәптән Иҫәнбаева Дарина, шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә – Александровка районының Ҡотос ауылы мәктәбенән Насырова Рузалиә, йәш шағирҙар конкурсында – Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылы мәктәбенән Кузбаева Азалия, Новосергиевка районы Ҡотош ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ғүмәрова үткәргән асыҡ дәрес иң яҡшы тип танылды.

Читайте нас: