Һөйөнсө, дуҫтар! Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәширәтендә шиғырҙар һәм хикәйәләр тупланған йыйынтыҡ нәшер ителде.
Йыйынтыҡ юҡҡа ғына «Биҙәктәр» тип аталмаған. Авторҙар – төрлө йәштәге, төрлө өлкәләрҙә эшләүсе һөнәр эйәләре. Тимәк, фани донъяға ҡараштары ла, тормош тәжрибәләре лә, ижади кисерештәре лә, әлбиттә, төрлөсә. Мәңгелек ҡиммәттәр; гүзәллек, мөхәббәт, тоғролоҡ, намыҫ кеүек сифатттарҙы һәр әҙип үҙенсә күрә, үҙенсә тасуир ҡыла. Әммә уларҙың әҫәрҙәрен, тәү сиратта, тыуған илебеҙгә, ғорур халҡыбыҙға ҡарата сикһеҙ һөйөү тойғоһо берләштерә. Хәлиҙә Алтынбаева, Дауыт Амангилдин, Мәүҙиға Баймөхәмәтова, Асия Басирова, Гөлкәй Исмәғилева, Бибиямал Йосопова, Тәнзилә Кейекбаева, Мәүлит Кәримов, Фәүҡәт Ҡотлошин, Зәки Сөләймәновтарҙың әҫәрҙәренән торған китап барлыҡ уҡыусыларҙың да күңеленә хуш килер тип ышанғы килә.